воскресенье, 6 апреля 2014 г.

Гвинея Эбола биҙгәге менән көрәшә.


Эбола биҙгәген ярғанаттарҙан тыш башҡа хайуандар ҙа, тәү сиратта кимереүселәр тарата- ошондай киҫәтеү менән үлемесле вирустан 60-тан ашыу кеше үлгән Гвинея властары халыҡҡа даими рәүештә мөрәжәғәт итә.
Гуманитар ойошмалар, шул иҫәптән “Сиктәрһеҙ врачтар,” донъялағы иң ярлы илдәрҙең береһенә был ауырыуға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә һәм уның башҡа илдәргә таралыуын туҡтатырға тырыша.
Конакри лабораторияһында Гвинея һәм Германия ғалимдары “Эбола” вирусына ҡаршы вакцина эшләп сығарырға маташа.
“Тәү сиратта профилактика менән шөғөлләнергә, ауырыу таралыу юлдарын ябырға кәрәк: ҡомаҡтарҙың, ярғанаттар кеүек кимереүселәрҙең итен, сей маймыл итен ашауҙы тыйыу мөһим- урманлы райондарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был да осраштырып тора,-”ти лаборатория директоры Мамаду Салиу Бах.
Гвинеяға өйрәнелгән ниғмәттәрҙән баш тартырға тура килде- ярғанаттарҙың, шулай уҡ тейендәрҙең, терпеләрҙең һәм ҡомаҡтарҙың итен ашау тыйылды. Әммә улар элеккесә Африка илдәренең ресторан һәм кафе менюҙарында. Бында мәғлүмәти кампания үткәреү ҙә кәрәк.

“Был реаль хәүеф һәм мин бик-бик ҡурҡам,- ти Кот-д’Ивуар студенты.-Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә белгестәребеҙ бар, бергә йыйылып, был хәлдән сығыу юлын тапһындар, хәүефте туҡтатһындар.”


 Эбола биҙгәгенән 10 кешенең 9-ы үлә. Тәүге ауырыу осрағы Гвинеяла февралдә үк теркәлгән. 5 шикле үлем был аҙнала Либерияла теркәлгән һәм 2 осраҡ Сьерра-Леонала.




Комментариев нет:

Отправить комментарий