воскресенье, 13 апреля 2014 г.

Бразилия: 5 000 асарбаҡҡа ҡаршы 1 000 полицейский.


Йома көн Рио-де-Жанейро властары, ташландыҡ бинаны һәм япмалы машина ҡуйыу урынын асарбаҡтарҙан бушатыу маҡсатында, тәртип һағында тороусыларҙы ебәрҙе. Бинанан халыҡты ҡыуыу сыуалыштарға әүерелеп китте. Полицейскийҙарға таштар, яндырғыс шыйыҡса һалынған шешәләр осто. Халыҡты ҡыуып таратыу өсөн, йәш ағыҙғыс газ һәм яҡтылыҡ-тауыш гранаталары ҡулланылды.
Сандро Соуза һөйләй: “Бөтә нәмәне вата-емерә бында полицейскийҙар бәреп инде. Барыһын да ҡыуып сығарҙылар. Беҙ улым менән зыян күрмәнек. Әммә башҡалар менән нимә булғанын белмәйем. Рио-де-Жанейроның төньяғындағы йортобоҙҙо һыу баҫты, шуға күрә беҙ бында йәшәйбеҙ. Йортһоҙ ҡалғас,  таныштарыбыҙҙа йәшәнек, әммә уларға ауырлыҡ һалғыбыҙ килмәй, шуға бында төпләндек.”


Сыуалыштар барышында, өс баланы ла индереп, ете кеше тән йәрәхәттәре алған, шулай уҡ дүрт полицейский зыян күргән. Ике айҙан Бразилияла футбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Ошо көндәрҙә Рио-де-Жанейроның ярлылар йәшәгән өлөшөнә ғәскәр индерелде, улар унда ярыштар тамамланғансы ҡаласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий