суббота, 12 апреля 2014 г.

Иран БМО-ға яңы илсе тәғәйенләмәйәсәк.


АҠШ Ирандың БМО-лағы яңы илсеһе Хәмит Әбүталибиға виза биреүҙән баш тартты. Ул вазифаларын үтәй алмаясаҡ. Бынан алда Америка конгресы Әбүталибиға АҠШ территорияһына инеүҙе тыйыусы закон проектын хупланы.
Джей Карни, Аҡ йорттоң матбуғат сәркәтибе:

“Аҡ йорт Конгрестың позицияһын хуплай, беҙ был турала БМО-ға һәм Иран властарына хәбәр иттек тә инде. Ҡабул ителгән закон проектының Конституцияға тап килеү-килмәүен беҙ ентекле тикшерәсәкбеҙ.”

Ҡарар Иран ядро проблемаһы буйынса алты яҡлы һөйләшеүҙәр фонында ҡабул ителде. Таһранда был хәлде халыҡ-ара ҡануниәтте боҙоу, тип иҫәпләйҙәр һәм БМО-ға яңы илсе тәғәйенләргә йыйынмайҙар.


Матбуғат виза бирмәүҙең сәбәбен Әбүталибиҙың 1979 йылдағы аманаттар алыу ваҡиғаһында ҡатнашыуҙа күрә, ул саҡта Иран студенттары төркөмө йылдан ашыу 52 американлыны Таһранда баҫып алынған АҠШ илселегендә ебәрмәй тотто.

Комментариев нет:

Отправить комментарий