пятница, 11 апреля 2014 г.

Bank of America штраф түләйәсәк.


 АҠШ-тың иң ҙур банктарының береһе карта хужаларына 772 миллион долларҙы (557 млн евро) кире ҡайтарасаҡ, шулай уҡ, тикшереүҙәре туҡтатыу өсөн, финанс регуляторҙарына штраф түләйәсәк. Банкты, банк карталарына өҫтәмә һаҡ булдырыу өсөн, клиенттарҙан законһыҙ рәүештә хаҡ алыуҙа ғәйепләнеләр. Бындай практика 2000 йылдан 2011 йылға ҡәҙәр дауам иткән, һөҙөмтәлә 2 миллион самаһы кеше зыян күргән. Уҙған йыл American Express түләү системаһына ҡаршы ла шундай уҡ дәғүә белдерелде, ә унан алда- уның конкуренты Discoverға. Bank of America кеүек үк Discover регулятор менән һүҙ беркетешеүҙе хуп күргән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий