пятница, 11 апреля 2014 г.

Американың өсөнсө эсминецы Ҡара диңгеҙгә йүнәлә.


АҠШ хәрби-һауа көстәренең Donald Cook хәрби карабы, кесе йома көн Дарданеллы боғаҙын үтеп, Мәрмәр диңгеҙгә инде. Уның артынса уҡ француздарҙың Dupuy de Lome разведка карабы үтте.
 Төрөк гәзиттәре хәбәр итеүенсә, AEGIS ракета системаһы менән йыһазландырылған “Кук” Ҡара диңгеҙ акваторияһында Монтрё конвенцияһына ярашлы теүәл 21 көн хәрби уйындар үткәрәсәк. Америка карабы Рәсәй ғәскәрҙәренең Украина сигендә тороуына хәүефләнгән көнсығыш Европалағы союздаштарына ярҙамын күрһәтергә тейеш булып сыға. НАТО мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә унда 40 мең Рәсәй һалдаты бар. Кесаҙна көн НАТО генераль сәркәтибе Андерс Фог Расмуссен видеомөрәжәғәт баҫтырҙы, унда ул Рәсәйҙе хәрби көстәрен ҡыҫҡартырға һәм башҡа дәүләттәр менән диалогҡа инергә саҡырҙы.
Daniel Cook- Ҡара диңгеҙгә оҙатылған өсөнсө корабль. Февралдә Сочиҙағы Олимпиада осоронда именлек тәьмин итеү маҡсатында унда Taylor фрегаты ебәрелгәйне, уның артынса, Болгария һәм Румыния караптары менән хәрби уйындарҙа ҡатнашыу өсөн, Ҡара диңгеҙ акваторияһына Truxtun эсминецы оҙатылды.
15 апрелдә НАТО вәкилдәре осрашыуында Ҡара диңгеҙҙәге хәрби караптарҙың урын алмаштырыуы төп тема буласаҡ, шунда уҡ көнсығыш Европа союздаштарына ярҙам итеү планы мәғлүм буласаҡ. Айырым алғанда, көрсөк осоронда хәрби яуап сроктарын ҡыҫҡартыу хаҡында һөйләшеү көтөлә.
Рәсәй яғы НАТО-ны хәрби караптарҙың Ҡара диңгеҙ һыуҙарында булыу ваҡытын ентекле контролдә тотасағын киҫәтеп ҡуйҙы:
“Һуңғы ваҡыт Америка хәрби караптары Ҡара диңгеҙҙә булыу ваҡытын оҙайтты, билдәләнгән сроктарҙан ситкә сыҡты. Беҙ быларҙы күҙәтеп барасаҡбыҙ,”-тине Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәр министры Сергей Лавров.

Юридик йәһәттән ул 1936 йылда ҡабул ителгән Монтрё конвенцияһы менән сикләнгән- Ҡара диңгеҙ буйы дәүләттәренә ҡарамаған дәүләттәрҙең хәрби караптары бында 21 көндән артыҡ ҡалырға тейеш түгел.

Комментариев нет:

Отправить комментарий