АҠШ конгресы вәкилдәр
палатаһы спикеры Джон Бейнер президент Барак Обаманың хөкүмәтте финанслау һәм
дәүләт бурысы кимәле тураһында республиканлылар менән һөйләшеүҙән баш тартыуына
ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Бейнер һәм республиканлылар диалогҡа әҙер, әммә тәүҙә
демократтарҙан дәүләт сығымдарын ҡыҫҡартыуҙы талап итә.
Бейнер: “Беҙ, үтескә
алыуыбыҙҙы, артығын сарыф итеүебеҙҙе уйламайынса, бурыс кимәлен күтәрә алмайбыҙ.
Бында һүҙ минең хаҡта ла, республиканлылар хаҡында ла түгел. Һүҙ
балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең киләсәген һаҡлау хаҡында бара. Был сетерекле
хәлдән сығыуҙың берҙән-бер юлы- һөйләшеүҙәр...”
1 октябрҙә, яңы финанс
йылына бюджеттың булмауы арҡаһында, АҠШ-та байтаҡ федераль учреждениелар
ябылғайны. Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың 800 хеҙмәткәре мәжбүри ялға оҙатылды.
АҠШ дәүләт бурысы майҙа билдәләнгән иң ҙур кимәлгә- 16,7 триллион долларға
етте лә инде.
Финанс эксперттары, 17
октябрҙән башланыуы бик тә ихтимал булған “дефолт” һүҙен йышыраҡ ҡабатлай,
сөнки ул саҡта ил бурыс йөкләмәләре буйынса түләй алмаясаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий