четверг, 10 апреля 2014 г.

КХДР: Ким Чен Ын баш командующий булды, башҡа кандидаттар юҡ ине.


Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ын илдең тәүге Дәүләт оборона комитеты рәйесе итеп һайланды. Был ҡарар Юғары халыҡ йыйылышы сессияһында- марттағы һайлауҙарҙан һуң яңы составта йыйылған КХДР парламентында ҡабул ителде. Ким Чен Ындан башҡа был посҡа дәғүә итеүселәр булманы.
Тәүге Дәүләт оборона комитеты рәйесе ҡораллы көстәр менән командалыҡ итә һәм илдең оборона мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

Комитет һуғыш хәле иғлан итә һәм мобилизация хаҡында фарман бирә ала. Уның ғүмерлек рәйесе өс йыл элек вафат булған Төньяҡ Кореяның элекке лидеры Ким Чен Ир ине.


Ким Чен Ындың баш командующий булып һайланыуы тураһында хәбәрҙәр Төньяҡ Кореяның юғары пост биләгән оло быуын чиновниктарын язалау тураһындағы хәбәрҙәр менән бергә килеп етте. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, йәш лидер дәүләт дошманы тип иғлан ителгән һәм үлем язаһына хөкөм ителгән йәмәғәт именлеге министры О Сон Хонды ут бөрккөстән үҙ ҡулдары менән яндырған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий