среда, 9 апреля 2014 г.

Сноуден АҠШ-тың хоҡуҡ һаҡлаусылар артынан күҙәтеүе хаҡында.


Америка махсус хеҙмәттәренең элекке хеҙмәткәре хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары һәм граждандар активистары хаҡында мәғлүмәт йыйыуҙары тураһында белдерҙе.

 Эдвард Сноуден Мәскәүҙән видеобәйләнеш аша Страсбургтағы Европа Парламент ассамблеяһы Советының хоҡуҡ комитеты алдында сығыш яһаны. Бында интернет осоронда граждандарҙың шәхси тормошон яҡлау мәсьәләлре ҡаралды. Сноуден шпионлыҡ итеү маҡсатында закондар менән енәйәти рәүештә файҙаланыу мөмкинлеге тураһында киҫәтте:

“Закондарыбыҙ аныҡ мәғәнәле булғанда ғына, йәмәғәтселектең ризалығынан тыш, ул закондарҙы йәшерен рәүештә үҙенә ҡулайлаштырып, ниндәйҙер хоҡуҡи органдар йәки махсус хеҙмәттәр файҙалана алмағанда ғына кеше хоҡуҡтарын һаҡларға мөмкин буласаҡ.”  

Сноудендың дәлилдәре Европаның ҡайһы бер сәйәсмәндәрен борсоуға һалды. Уларҙың билдәләүенсә, Американың Милли именлек агенствоһы хоҡуҡ һаҡлаусыларға шикләнеп ҡарамаҫҡа, бер төптән эш итергә тейеш кеүек тә баһа.

“Хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары өсөн махсус программа бар ине,-ти Голландия парламенты депутаты Питер Омтзигт.-АҠШ һәр ваҡыт кеше хоҡуҡтарын һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы яҡлауы хаҡында һөйләй, әммә әгәр уларҙың Amnesty International йәки БМО Балалар фондын тыңлап тороу өсөн махсус программалары бар икән, был потенциаль проблемаға әүерелеүе ихтимал.”


Рәсми Вашингтон комитет эшендә ҡатнашыуҙан баш тартты. Сноуден хәбәр итеүенсә, уҙған йыл ҮРИ (ЦРУ) һәм МИА (АНБ) Американың ҙур интернет- компаниялары серверҙарына инеү мөмкинлеген алған, тимәк уларға бөтә донъялағы ҡулланыусылар тураһындағы мәғлүмәттәргә эйә булыу мөмкинлеге асылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий