среда, 9 апреля 2014 г.

Донбасс- Украинаның майлы ҡалъяһы.



“Донбасс- Украинаның йөрәге”-Донецк ҡалаһына барып инеүселәрҙе Украина флагы төҫтәрендәге шундай плакат ҡаршы ала. Әммә был патриотик саҡырыу регионды Рәсәйгә ҡушырға теләүселәрҙе рухландырмай. Көнсығыш Украинаның күп өлөшөндәге һымаҡ, күпселек халыҡ- рустар. Был- бәреп төшөрөлгән президент Януковичтың тыуған ҡалаһы.

Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына алып килгән ваҡиғалар башланғаны бирле, Донецк һәм уға күршеләш ҡалалар ҙа шуға ынтыла. Мартта уҡ яңы власты танырға теләмәгән Рәсәй яҡлы демонстранттар һәм Киев майҙаны яҡлылар бәрелеште.

Бында ла, Ҡырымдағы һымаҡ, күпселек русса һөйләшә. Күбеһенсә украин теле яңғыраған илдең көнбайышынан айырмалы рәүештә, ошо тирәлә һәм шулай уҡ Украинаның көнсығышында рус теле- иң киң таралған аралашыу теле. Һуңғы айҙарҙың көсөргәнешлелеген бының менән генә аңлатыу дөрөҫ булмаҫ ине.

Иң мөһиме шул: көнбайыштан айырмалы рәүештә Украинаның көнсығышы ҡаҙылма байлыҡтарға бай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донецк күмер бассейны нацистар Германияһы өсөн майлы ҡалъя ине, Совет армияһы уны 1943 йылда азат итте. Күмер, химия һәм ауыр сәнәғәт продукттары күбеһенсә Рәсәйгә экспортлана.

Донбастың күмер запастары 109 миллиард тонна самаһы иҫәпләнә. Украина территорияһының 5 процентын алып торған, халҡының 10 проценты йәшәгән   был регион ил ВВП-һының 20 процентын һәм экспорттың 25 процентын тәьмин итә. Ул Европалағы күмер бассейндары араһында дүртенсе урында, өҫтәүенә хеҙмәт хаҡтары бөтә Украинаныҡынан 2 тапҡыр юғары булған, сәнәғәте үҫешкән регион. Тик көрсөктән ул да ныҡ зыян күрҙе. Һуңғы йылдарҙа етештереүсәнлеге 30 процентҡа кәмене, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйҙе.

Украинаның көнсығышы Мәскәү яғына ҡарай. Рәсәй уны Ҡырымды ҡабул иткән һымаҡ ҡабул итерме? Ни генә тимә, президент һайлауҙарына әҙерләнгән Украинала тотороҡлолоҡ юҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий