Руандала- 20 йыл элек
булған геноцид ҡорбандары иҫтәлегенә ҡайғы аҙналығы. Төш ваҡытында баш ҡаланың “Амахоро”
стадионында Руанда президенты Поль КагАме һәм БМО генераль сәркәтибе Пан Ги Мун 100 көн буйы
янасаҡ утты яндырҙы- тутси һәм хуту халыҡтары араһындағы һуйыш тап шунса көн
дауам иткән. Матәм тантанаһында башҡа илдәрҙең делегациялары ла ҡатнашты. Франция
илсеһе нон-грата персонаһы, тип иғлан ителде.
“Геноцид Руанда халҡы
ҡулдары менән эшләнде, тик, тарих күрһәтеүенсә, уны башлауҙы гүзәл илебеҙ халҡы
маҡсат итеп ҡуйманы. Тап шуға күрә лә, был ваҡиғаларҙың асылына төшөнмәй тороп,
беҙ туҡтамаясаҡбыҙ,-”тине Руанда лидеры.
1994 йылда Руандала
100 көн эсендә йыртҡыстарса миллион тирәһе кеше үлтерелә. Һуйыш башланыуға хуту
халҡынан сыҡҡан Руанда президенты Жувеналь Хабьяримандың үлеме сәбәпсе була. Билдәһеҙ
әҙәмдәр уның самолетын бәреп төшөрә, тик асыулы хуту халҡы уның үлемендә
тутсиҙарҙы ғәйепләй һәм үс ала башлай.
БМО ҡарары буйынса, 2004
йылдан бирле, 7 апрель -Халыҡ-ара Руанда геноцидын хәтерләү көнө.
Комментариев нет:
Отправить комментарий