вторник, 8 апреля 2014 г.

“Сребреница әсәләре”: “Балаларыбыҙҙы ҡайтарып булмай, әммә һыҙланыуҙарыбыҙ өсөн түләргә мөмкин.”


“Сребреница әсәләре”ойошмаһына берләшкән Сребреница геноциды ҡорбандарының тол ҡатындары һәм әсәләре Гаага судына дәғүә ебәрҙе. Улар яҡындарының үлеме өсөн яуаплылыҡты Нидерландтарҙың үҙ өҫтөнә алыуын талап итә, сөнки был Босния анклавындағы Голландияның “зәңгәр каскалары” халыҡты яҡларға тейеш ине.

Нидерланд властары Европала Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң булған был ҡот осҡос һуйыш өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмай, “Датчбат” һалдаттарының БМО командованиеһы аҫтында булыуына һылтана.

“Уларға Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында үлтерелгән йәһүдтәрҙең яҡындарына түләү өсөн төҙөлгән фондар һымаҡ фонд булдырырға кәрәк,-тип белдерҙе“Сребреница әсәләре”нең береһе.-Әлбиттә, ул аҡсалар балаларыбыҙҙы кире ҡайтара алмаясаҡ, әммә беҙҙең һыҙланыуҙарыбыҙ өсөн түләргә мөмкин. Беҙ бит 19 йыл инде Нидерландтарҙан яуап көтәбеҙ- уларҙың яҡлауы, уларҙың флагы аҫтында, уларҙың күҙ алдында нисек бындай хәл булған. Әммә берәү ҙә беҙгә яуап бирмәй.”

Ратко Младич командалағы аҫтындағы 1995 йылдың июлендә Сребреницаға үтеп ингән серб частары 8 000 малайҙы һәм мосолман ирҙе язалаған.


Үткән йыл Нидерландтарҙың Юғары суды Сребреницалағы БМО-ның Нидерландтар батальоны базаһынан ҡыуып сығарылған 3 ирҙең үлеме өсөн илдең яуаплы булыуын таныны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий