вторник, 8 апреля 2014 г.

Киев “көнсығыштағы сепаратистарға” ҡаршы саралар үткәрмәксе.


Украина көнсығышындағы ҡораллы сепаратистарға ҡарата терроризмға ҡаршы саралар ҡулланыласаҡ- президент һәм парламент башлығы вазифаһын үтәүсе Александр Турчинов шундай белдереү менән сығыш яһаны.
Бынан алда өлкә администрацияһын баҫып алған Донецк активистары Донецк халыҡ республикаһы суверенитетын иғлан иткәйне. Был мәсьәлә буйынса референдумды улар 11 майға ҡәҙәр уҙғарырға ниәтләй.
Киев Рәсәйҙе сепаратизм һәм боларыштар тыуҙырыуҙа ғәйепләй, Юғары Рада Донецк, Луганск һәм Харьков өлкәләрендә ғәҙәттән тыш хәл индереү мәсьәләһен күтәрә.
“Кисә Рәсәй Федерацияһының Украинаға ҡаршы махсус операцияһының икенсе тулҡыны башланды. Украина дошмандары Ҡырым сценарийын ҡабатларға уйлай, тик беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Үткән төн Көрсөккә ҡаршы штаб төҙөлдө. Ҡулына ҡорал алыусыларға ҡарата терроризмға ҡаршы саралар күреләсәк,”-тип белдерҙе Александр Турчинов.
Мәскәү мәсьәләнең бындай ҡуйылышына ҡәтғи ҡаршы. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы ул ваҡиғалар өсөн яуаплылыҡты Рәсәй өҫтөнә ауҙарырға маташыуҙы туҡтатырға саҡырҙы; баҫылып сыҡҡан белдереүгә ярашлы, Украина етәкселегенә халыҡ талаптарына ҡолаҡ һалырға кәрәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий