понедельник, 7 апреля 2014 г.

Рәсәй яҡлы демонстрациялар һәм Украинаның көньяҡ-көнсығышында сыуалыштар.


Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы Рәсәй яҡлы демонстрациялар сыуалыштар менән тамамланды. Донецк ҡалаһында 2 мең кеше Киевтағы боларыштарҙан һуң Украина махсус хеҙмәттәре тарафынан ҡулға алынған “Бөркөт” подразделениеһы һалдаттарын яҡлап митингыға сыҡты. Улар шулай уҡ Донецк өлкәһе статусы буйынса референдумдың датаһын билдәләүҙе талап итте.
Демонстрацияла ҡатнашыусылар һөйләй:
“Мин үҙ халҡымды яҡларға теләйем, беҙ бандаға ҡаршы, беҙ фашизмға ҡаршы! Таможня союзы булыуын теләйем! Беҙҙе Киев ишетмәй, беҙҙе Евросоюз ишетмәй. Мин Евросоюзға мөрәжәғәт итергә теләйем: Донецк ҡалаһына килегеҙ, Донбасҡа килегеҙ һәм беҙҙең тауышты ишетегеҙ. Ә улар Киев тауышын ғына ишетә.”
“Илебеҙҙең киләсәгенә мин битараф түгел. Мин бүленеү яҡлы түгел, әммә әлеге хөкүмәтте танымайым, сөнки урындарҙа башлыса шул уҡ олигархтар ултыра.”
Аҙаҡ митингыла ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө өлкәнең дәүләт администрацияһы бинаһына бәреп инде. Улар Украина флагын Рәсәйҙекенә алмаштырҙы.

Башҡа ҡалаларҙа ла милиция менән бәрелештәр булды. Луганскиҙа митингыла ҡатнашыусылар Украина именлек хеҙмәте идаралығы бинаһын баҫып алды, ә Харьковта Евромайҙан активистары менән бәрелеште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий