понедельник, 7 апреля 2014 г.

Афғанстан: аналитик компромисҡа барыуҙың кәрәклеге хаҡында.


Шәмбеләге президент һайлауҙарынан һуң, Афғанстанда штауыштарҙы һанау дауам итә. Ул ике аҙнаға һуҙылыуы ихтимал. Дәүләт башлығы посына 8 кеше дәғүә белдерә, әммә аналитиктар фекере буйынса, Залмай Рәсүл, Абдулла Абдулла һәм Әшраф Ғәни Әхмәдзайҙең генә еңеүгә өмөтө бар.

“Күп кандидаттар төрлө этник төркөмдәрҙең мәнфәғәтен күҙәтә,- ти аналитик.-Бөтә афған халҡы, бөтә ил мәнфәғәте өсөн, һайлауҙарҙың икенсе турында сәйәси килешеүгә килеү мөһим.”

Әгәр бер генә дәғүәсе лә еңеү өсөн кәрәкле 50 процентты һәм йәнә бер тауышты ала алмаһа, һайлауҙарҙың икенсе туры буласаҡ. Ул 28 майға тәғәйенләнгән. 2 кандидат көрәшәсәк, еңеүсене ябай күпселек билдәләйәсәк.

Комментариев нет:

Отправка комментария