среда, 16 апреля 2014 г.

Чилиҙа янғынды һыра һәм газлы һыу менән һүндергәндәр.


Чилиҙа ҙур янғындар ут төртөү арҡаһында булыуы ихтимал- тәфтишселәр кеше факторын төп версия тип ҡарай. Янғын һүндереүселәр 870 гектар майҙанда ҡоторонған ут менән көрәшә.
Үтеүе ауыр булған райондарға хатта көсәйтелгән янғын һүндереү отрядтары ла үтә алмай, шуға күрә урындағы халыҡ үҙ көйөн үҙе күрә.
“Беҙ был йортто газлы һыу менән генә һүндерҙек. Янғын һүндереүселәр килде, тик улар бер нәмә лә эшләй алманы, сөнки бында һыуҙы килтереп еткерә алманы. Беҙҙе газлы һыу һәм һыра ҡотҡарҙы.”
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 15 кеше стихия ҡорбаны булған. Вальпараисо ҡалаһы районында Чили президенты Мишель Бачелет иғлан иткән ғәҙәттән тыш хәл һаҡлана:
“Был фажиғә менән көрәшеү өсөн, беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ- тәүге нәүбәттә был ғаиләләрҙе эвакуациялау һәм уларҙы бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү, икенсенән, емерелгәнде аяҡҡа баҫтырыу.”
Һәләкәт зонаһынан эвакуацияланғандарҙың һаны 11 меңдән артып киткән, уларҙың күптәре урамда тороп ҡалған- ут 2 меңдән ашыу йортто һәләк иткән.

Зыян күргән кешеләр һәм хайуандар өсөн ялан госпиталдәре ойошторолған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий