вторник, 15 апреля 2014 г.

Әбделғәзиз Бутефлика- Алжирҙың күҙгә күренмәгән президенты.


 15 йыл элек Әбделғәзиз Бутефлика креслонан еңел генә тора ине. Бөгөн Ажирҙың өс тапҡыр президенты, инсульт үткәреүгә ҡарамаҫтан, рәсми версия буйынса яҡшы физик формала булһа ла, тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә креслоһынан тормай.
Йыл буйы халыҡ алдында күренмәгән Бутефликаның кандидатураһын дүртенсе президент срогына күрһәтеү Алжир йәмәғәтселегенең бер өлөшөнөң асыуына тейҙе. Шуға ҡарамаҫтан, социологик һорашыуҙар булмаһа ла, Бутефлика һайлау компанияһы фавориты иҫәпләнә.
77 йәшлек ауырыу, һайлау алды кампанияһына етәкселек итә лә алмаған Бутефлика артабан да дәүләт менән идара итә алырмы? Әле уның урынына, уның исеменән президент даирәһенә яҡын булған ете сәйәсмән, ил буйлап йөрөп, был эште башҡара. Уның яҡлылар өсөн был да еткән.
“Ул именлекте кәүҙәләндерә! Именлекте! Именлекте! Ул беҙгә именлек, тотороҡлолоҡ тәьмин итте, ул беҙгә тыныслыҡ бирҙе,”-ти бер ҡатын.
Күптәр өсөн Бутефлика- 90-сы йылдарҙағы ваҡиғаларҙа күңеле йәрәхәтләнгән халыҡтың ҡотҡарыусыһы- был образды уның һайлау алды штабы артығы менән файҙалана. Билдәле Алжир йырсылары яҙҙырған музыкаль клип ҙур бәхәстәр тыуҙырҙы, унда ҡатнашыусылар тыуған илдәре хаҡында йырлауҙарын, “Алжирға беҙҙең антыбыҙ” йыры Бутефликтың һайлау алды лозунгыһына әйләнеүен, ә клип уның сайтында урынлашыуын белмәүҙәре тураһында әйтергә ашыҡты.
Алжирҙа ла, Алжир граждандары һайлауҙарға килгән  Францияла ла, Туниста ла фекерҙәр айырылды. Кемдер президентты яҡлай, кемдер уны хатта мыҫҡыл итә. Именлек улар өсөн хәҙер аргумент түгел.
-Ҡайҙа ул? Ул, ғөмүмән, бармы, юҡмы? Ил менән ул идара итмәйме ни?
-Ул түгел, быныһы раҫ. Алжир менән генералдар идара итә!
Бындай шик-шөбһәләр Бельгия йырсыһы Стромайҙың рефренында “Һин ҡайҙа, атай?” һорауы яңғыраған популяр йыры мотивына яҙылған сатирик клипта ла сағылыш тапты. Авторҙар “атай” һүҙен “Бутефлика” һүҙенә алмаштырҙы. Йырҙа күптән күренмәгән президентҡа ҡарата ирония ла бар, эштән, шәхси азатлыҡтан, киләсәккә өмөттән мәхрүм булған Алжир йәштәренең ышанысы юғалыуы ла сағыла.



Комментариев нет:

Отправить комментарий