четверг, 17 апреля 2014 г.

Үҙәк Африка Республикаһында христиандарҙы һәм мосолмандарҙы килештерергә тырышалар.


Үҙәк Африка Республикаһында илдең христиан һәм мосолман общиналарын килештерергә тырышалар. Халыҡ-ара миграция ойошмаһы быға үҙ өлөшөн индерергә ынтыла- ул христиан һәм мосолман йәштәрен илдең баш ҡалаһы Банги урамдарын бергәләп таҙартыуға йәлеп итә алды.

Үҙәк Африка Республикаһында бәрелештәр бер йыл элек, мосолмандарҙың “Селека” коалицияһы үҙ лидерын власҡа килтергәс башланды. Общиналар араһында алыштар тоҡанып китте һәм ауыр эҙемтәләргә алып килде- меңдәрсә кеше һәләк булды.

Өмәләр ике ай инде дауам итә, был уғата мөһим проект. Уның төп бурысы- халыҡты берләштереү. Был районда элеккесә христиандар ҙа, мосолмандар ҙа йәшәй.”

Әлеге ваҡытта ил менән күпселекте тәшкил иткән христиандар вәкиле Катрин Самба-Панза идара итә.

Үҙәк Африка Республикаһында әле 2 мең француз һалдаты һәм тыныслыҡты һаҡлау контингентынан 6 мең Африка хәрби хеҙмәткәре бар.


Уҙған аҙнала БМО-ның Именлек Советы сентябрь айынан илдә 12 мең хәрби хеҙмәткәрҙән торған тотороҡлолоҡ миссияһын булдырырға ҡарар итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий