пятница, 18 апреля 2014 г.

Иран: сикәләү ғүмерҙе һаҡлай.


Иранда үлем язаһын иң һуңғы мәлдә туҡтатыуҙы һүрәтләгән драматик фоторәсемдәр. Интернетта донъя күргән был рәсемдәр йәмәғәтселекте тулҡынландырҙы. Үлем язаһын 6 йыл элек үлтерелгән үҫмерҙең әсәһе туҡтатты. Иң һуңғы мәлдә ҡатын улын үлтереүсенең яңағына һуҡты- халыҡ алдында шул рәүешле уны ғәфү итте. Иран ҡануниәте буйынса ул әҙәмде аҫырға тейештәр ине.

Хәбәр итеүҙәренсә, социаль селтәргә инеүселәрҙең күбеһе ярлыҡауҙың был формаһын хупланы. Күптәр әсә кешенең был ҡылығын “батырлыҡ,” тип атаны.

Иранда 130-ҙән ашыу енәйәткә үлем язаһы ҡаралған. Хоҡуҡ һаҡлаусы Amnesty International ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Иран хәҙер үлем язаһына тарттырыу буйынса донъяла икенсе урында тора. Үткән йыл уларҙың һаны, кәм итгәндә, 369 ине. Немецтарҙың Bild гәзите Иран власына Хәсән Роухани килгәс, илдә үлем язаһына тарттырыуҙар артты, тип иҫәпләй. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Иран ҡануниәтенең ҡатылығына ҡарамаҫтан, әгәр ҡорбандың туғандары ғәфү итһә, енәйәтсе иҫән ҡалыуы ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий