пятница, 18 апреля 2014 г.

Көньяҡ Корея. Капитан борамды тәүгеләрҙән булып ҡалдырып киткән.


Көньяҡ Кореяның “Севоль” борамы пассажирҙары хаҡында яңы мәғлүмәт көткән халыҡтың асыуы полиция вәкилдәренә төштө. Һәләкәт ваҡытында суднола булған балаларҙың ата-әсәһе “Ҡайҙа беҙҙең балаларыбыҙ?”-тип уларға ябырылыды. Асыҡланыуынса, һуңғы минуттарҙа борам менән икенсе ярҙамсы идара иткән. Капитандың ҡайҙалығы әлегә билдәле түгел, әммә батып барған карапты уның тәүгеләрҙән булып ҡалдырып китеүе тураһында мәғлүмәттәр бар.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, “Cеволь” борамында үлеүселәр һаны бөгөн 28-гә еткән. 475 кешенең 179-ы иҫән ҡалған, 268-е хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.
Ҡотҡарыу операцияһы дауам итә. Иртәнән бирле йөҙҙәрсә водолаз 35 метр тәрәнлектәге борам корпусы эсенә үтеп инергә маташа. Иҫән ҡалғандарҙы табыуға өмөт бар- судноның “һауа тоҡтары”тип аталған урындарында кешеләр 72 сәғәт буйы йәшәй ала. Яр буйына йыйылған халыҡтың быға өмөтө ҙур. Ә капитандың ҡылығына барыһының да асыуы килә.
-Капитан суднонан иң һуңғыһы булып китергә тейеш ине, ләкин...Был мәлдә ул шаңҡып ҡалғандыр, тип уйлайым...Күҙ алдына килтереүе лә ауыр- ул беренсе булып тиерлек ҡасҡан...
-Әгәр капитан үҙен тейешенсә тотһа, күп балалар иҫән ҡалыр ине. Был ауыр, бик ауыр...
Күптәргә намаҙға баҫырға һәм ҡотҡарыусылар, водолаздарҙың эш һөҙөмтәләрен көтөргә генә ҡала. Борам бортында уҡытыусылары менән экскурсияға юл тотҡан 300 бала булған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий