понедельник, 21 апреля 2014 г.

Көньяҡ Корея борамындағы һәләкәт: һәләк булғандарҙың һаны 60-ҡа етте.


Көньяҡ Корея борамындағы һәләкәт ҡорбандарының һаны 60-ҡа етте, 250 кешенең яҙмышы әлегә билдәһеҙ. Фажиғә Чиндо утрауы янында 16 апрелдә булды. “Cеволь” пассажирҙар судноһы уҡыусыларҙы Чеджу утрауына экскурсияға алып китеп барған булған.
Йәкшәмбе Сеул эргәһендәге биҫтәлә 36 йәшлек уҡытыусыны ерләнеләр. Батып барған караптан капитан беренсе булып ҡасҡан саҡта, ул, үҙ-үҙен аямай, бер нисә баланы ҡотҡарған. Көньяҡ Корея прокуратураһы капитанға рәсми ғәйепләү белдерҙе. Борам әйләнеп китеп бата башлағас, капитан эвакуация хаҡында иғлан итмәй, штурвалды өсөнсө ярҙамсыһына биреп, суднонан китеү яғын ҡараған.
Йәкшәмбе Көньяҡ Корея полицияһы һәләкәт ҡорбандарының 100-ҙән ашыу туған-тумасаһын һаҡ аҫтына алды. Ҡотҡарыу-эҙләү операцияһының үтә яй барыуы уларҙың асыуын ҡабартҡан. Көньяҡ Кореяның океандар һәм балыҡсылыҡ министрлығы башлығының килеүе лә уларҙың ярһыуын баҫа алмаған. Фажиғә ҡорбандарының туғандары президент һарайы алдында митинг үткәреү менән янай.

Батҡан карап 35 метр тәрәнлектә ята. Кешеләрҙе 600 водолаз эҙләй. Йәкшәмбегә ҡарай төндә улар борам эсенә үтеп инә алды һәм унан 20 кәүҙәне алып сыҡты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий