понедельник, 21 апреля 2014 г.

Француз журналистары Сүриә әсирлегенән ҡайтты.


Сүриә боевиктары ҡулында 10 ай булған француз журналистары үҙ ватанына ҡайтты. Париж янындағы хәрби аэродромда уларҙы Франция президенты Франсуа Олланд, сит ил эштәр министрлығы башлығы Лоран Фабиус, журналистарҙың дуҫтары, туғандары ҡаршы алды. Француз властары уларҙы азат итеүгә булышлыҡ иткән Төркиәгә рәхмәттәрен белдерҙе, әммә барыһын да ентекләп һөйләп торманы.
Был бөтә Францияның шатлыҡ көнө!”-тине ил президенты Франсуа Олланд.
“Беҙҙе баҫып алғанда, беҙ Сүриәлә инек, химик ҡорал менән бәйле ил өсөн үтә лә мөһим үҙ эшебеҙҙе эшләнек. Хәүеф ҙур ине, әммә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла тәүәкәлләнек, етәкселегебеҙ тәүәккәлләне. Ғаиләләребеҙ генә риза булманы, улар беҙҙең унда барыуыбыҙҙы теләмәне, бик ауыр булды уларға. Беҙ бик бәхетле, ғаиләләребеҙ беҙҙең менән был юлды бергә үтте. Бына шулай, ғәфү итегеҙ, мин бик тулҡынланам,”-тип сығыш яһаны Europe1 радиоһы хәбәрсеһе Дидье Франсуа.
Николя Энен, Пьер Торрес, Эдуард Элиас һәм Дидье Франсуаны экстремистар уҙған йылдың июлендә Сүриәнең төньяғында ҡулға төшөрә. Француз киң мәғлүмәт саралары фараз итеүенсә, был “Ирак һәм Леванта ислам дәүләте” баш күтәреүселәре боевиктары эше.

“Сиктәрһеҙ репортерҙар” ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, әле булһа Сүриәләге боевиктар ҡулында  9 сит ил һәм 20 Сүриә журналисы бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий