понедельник, 21 апреля 2014 г.

Мәскәү Киевты Женева килешеүен боҙоуҙа ғәйепләй.


Рәсәй сит ил эштәре министрлығы белдереүенсә, кәм тигәндә, 5 кешенең һәләк булыуына алып килгән уҙған төндәге Славянскиҙағы бәрелеш Киевтың ”милләтселәрҙе һәм экстремистарҙы” ҡоралһыҙландырырға теләмәүен күрһәтә. Шул рәүешле “Пасха килешеүе боҙолдо,”тиелә сит ил эштәре министрлығы белдереүендә.
“Рәсәй-24” телеканалы мәғлүмәттәре буйынса, билдәһеҙ кешеләр “урындағы ҡоралһыҙ кешеләр генә” булған ҡаланың төньяғындағы блокпосҡа һөжүм итә. Уларҙың өсәүһе һәләк була, берәүһе алған йәрәхәттәрҙән аҙаҡ хәстәханала үлә. Ваҡиға булған урынға килеп еткән үҙоборона отрядтары ағзалары һөжүм итеүселәрҙең икәүһен үлтерә, ике автомобилде ҡулға төшөрә.

Украинаның эске эштәр министрлығы “ике төркөм араһында” атыш булыуын раҫланы. Шул уҡ ваҡытта, “Рәсәй-24” журналистары мәғлүмәттәре буйынса, ҡулға төшкән машиналарҙа “Уң сектор”хәрәкәте символикаһы һәм Украин армияһыныҡы булмаған бик күп ҡорал да табыла”.

Комментариев нет:

Отправить комментарий