вторник, 22 апреля 2014 г.

Лавров: Киевтағы властар көрсөк сәбәптәрен бөтөрөргә теләмәй.



Пасха йәкшәмбеһендә Славянск блок-посындағы атыш Женевалағы Украина конфликтын йомшартыу хаҡындағы килешеүҙе боҙоуҙың бер миҫалы булып тора.

Был турала Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдерҙе.

Ул Украина властарын көрсөк нигеҙендә ятҡан сәбәптәрҙе юҡҡа сығарырға теләмәүҙә ғәйепләне һәм быға һәләтһеҙ булыуҙарын да әйтте.

“Хәҙер иң мөһиме- көс ҡулланыуҙарға юл ҡуймау. Женева килешеүенең был беренсе пункты, ул бер-береһенә ҡаршы торған ике яҡҡа ла ҡағыла. Был мәсьәләлә лә, башҡаларында ла Женева килешеүе үтәлмәй, Киевта власты баҫып алыусылар Женева килешеүен тупаҫ рәүештә боҙа.”

Көнбайыш күҙәтеүселәре иһә Украиналағы ваҡиғаларҙы Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған яңы закон менән бәйләй. Ул рус теле аралашыу теле булған һәм туғандары даими рәүештә бөгөн Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәп ятҡан йәки йәшәгән кешеләр өсөн Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңеләйтеүегә ҡайтып ҡала.


Комментариев нет:

Отправить комментарий