вторник, 22 апреля 2014 г.

Мысыр: киләһе революцияны ас халыҡ башлаясаҡ.


Әл-Дувайка- Ҡаһирәнең көнсығышындағы иң ярлы кварталдарҙың береһе. Бында бөтә нәмә Мысырҙың иң ярлы ғәрәп илдәренең береһе булыуы хаҡында һөйләй- уның халҡының яртыһы тиерлек хәйерсе хәлендә йәшәй.

Тап халыҡтың үтә ярлы булыуы 2011 йылдың ғинуарындағы революцияның башланыуына сәбәпсе булды ла инде. Ә ул әле лә юҡҡа сыҡманы. Киреһенсә, иҡтисадтың рецессияһы, эшһеҙлектең артыуы һәм хеҙмәт хаҡтарының кәмеүе арҡаһында, күптәр ярлылана бара.

Бында аласыҡтар урамдар һәм тыҡырыҡтар лабиринтын барлыҡҡа килтерә. Урындағы халыҡ канализацияның нимә икәнен белмәй. Йыуынты һыуҙар урамда йырғанаҡ булып аға, эргәһендә бала-саға уйнай.

Кескәй генә бер бүлмәлә Әбү Хөсәйен һәм уның биш балаһы йәшәй.

“Минең бер нәмәм дә юҡ: аҡсам да, эшем дә, шуға күрә ашарыма ла юҡ, үҫемлек майы ла, май ҙа, икмәк тә юҡ, бер нәмә лә юҡ,”-ти Әбү Хөсәйен.

Электр өҙөклөгө, һыу үткәргестәрҙең, канализацияның булмауы- мохтажлыҡ исемлеген бик оҙаҡ дауам итергә мөмкин.

“Күрәһегеҙме, ниндәй ҡыҫыҡ. Хөкүмәт бөтөнләй ярҙам итмәй. Мин тәҙрәһенән йыуынты һыуҙар инеп торған бер бүлмәлә йәшәйем,”-ти ошо кварталда көн күргән ҡатын.

Дәүләт органдары халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә һәләтһеҙ. Һуңғы өс йылда социаль проблемалар арта ғына барҙы. Революция талап иткән социаль ғәҙеллек бында һиҙелмәй.

“Халыҡ бындай тормоштан арыны. Киләһе революция ас халыҡ революцияһы буласаҡ. Беҙ ярҙам көтәбеҙ, дәүләттең барлығына ышанырға теләйбеҙ,”-ти Әшрәф Сәлим.

Ҡаһирәнең тотош Әз-Зәбәлин районы сүплек иҫәбенә йәшәй. Бындағы 35 мең кеше унан мөмкин булған нәмәләрҙе йыйып, эшкәртеп һата.


“Сәйәси режимдар алышына, ә Мысыр ярлылары элеккесә, көн һайын һыуһауын баҫыр өсөн, бер йотом таҙа һыу, асығыуын баҫыр өсөн, бер киҫәк икмәк эҙләй,”- тип хәбәр итә Ҡаһирәнән“Евроньюс” хәбәрсеһе Мөхәммәт Шәйхибраһим.

Комментариев нет:

Отправить комментарий