среда, 23 апреля 2014 г.

Көньяҡ Корея ҡайғы эсендә.


Эҙләнеү-ҡотҡарыу операцияһының һигеҙенсе көнөнә батҡан борамдан 150 кешенең кәүҙәһен алып сыҡтылар. Уларҙың күпселеге- балалар, Чеджу утрауына экскурсияға юлланған Сеул эргәһендәге ҙур булмаған Ансан ҡалаһындағы Танвон мәктәбенең өлкән синыф уҡыусылары.
Балаларҙың 75-е генә иҫән килеш әйләнеп ҡайтҡан. Күптәре элеккесә “хәбәрһеҙ юғалғандар” исемлегендә.
Ҡаланың спорт комплексында үҙенсәлекле мемориал ойошторолған, һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн, бында балаларҙың туғандары ла,  ябай ҡала халҡы ла килгән. Уларҙың һәммәһенең ҡулында шәмдәр һәм сәскәләр.
Балаларҙың яҡындары үҙҙәрен көс-хәл менән ҡулда тота: “Был ҡот осҡос!  Шул ҡәҙәр бала һәләк булды. Ҡайғымды аңлатып бирерлек тә түгел.”
Һәләкәт ваҡытында иҫән ҡалған директор урынбаҫары, мораль баҫымға сыҙамайынса, барыһы өсөн дә ғәйепте үҙ өҫтөнә алып, үҙ-үҙенә ҡул һалған.

“Cеволь” борамының һәләкәте- Көньяҡ Кореялағы һуңғы 20 йыл эсендәге иң ҙур диңгеҙ фажиғәһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий