четверг, 24 апреля 2014 г.

Лавров: Украиналағы спектаклгә АҠШ етәкселек итә.


Шаршамбы көн Американың 150 десатнигы, бергәләп хәрби уйындар үткәреү өсөн, Польшаға килде. Яҡын көндәрҙә  йәнә 450 хәрби хеҙмәткәр Литва, Латвия, Эстонияға оҙатыласаҡ. Был дәүләттәр Украиналағы хәлдәр өсөн хәүефләнә һәм Вашингтон уларҙың именлеген тәьмин итер, тип өмөт итә.
Шул уҡ ваҡытта АҠШ Рәсәйҙән үҙ подразделениеларын Украина сигенән алыуҙы талап итә. Был илдең көнсығышындағы хәлдәр үтә лә хәүефле торғанда, ул талаптар Мәсәүгә сәйер тойола.
“Әгәр беҙгә һөжүм итә ҡалһалар, әлбиттә, беҙ ҡаршы торасаҡбыҙ,-тип белдерҙе Рәсәй сит ил эштәр министрлығы башлығы Сергей Лавров.-Мәҫәлән, Көньяҡ Осетиялағы кеүек, Рәсәй һәм Рәсәй граждандарының мәнфәғәттәре сикләнһә, халыҡ-ара хоҡуҡтарға таянып, беҙгә яуапһыҙ ҡалмаҫҡа тура киләсәк.”
Лавров Украиналағы спектакль менән АҠШ-тың идара итеүе хаҡында ла әйтте. Уның билдәләп үтеүенсә, терроризмға ҡаршы операция тип аталған ҡарар Киевҡа ҮРИ директоры визит яһағандан һуң ҡабул ителде, ә уның ҡайтанан башланыуы  хаҡындағы ҡарар вице-президент Байдендың визитына тап килде.
“Минең уйымса, уның дәғүәләре көлкөлө һәм ысынбарлыҡ менән бәйләнмәгән,- тип яуап бирҙе быға АҠШ-тың дәүләт департаменты вәкиле Джен Псаки.-Украина хөкүмәтенең эшмәкәрлеге- Украина көнсығышындағы ҡалаларҙа ҡораллы кешеләрҙең законһыҙ рәүештә биналарҙы баҫып алыуына законлы яуап.”
Көн элгәре Киев властары уларға буйһоноуҙан баш тарҡан, региондың һәм рус теленең статусы тураһында референдум үткәреү ниәтен ташламаған баш күтәреүселәргә ҡаршы махсус операцияның актив фазаһын ҡайтанан башларға бойорҙо.
Евроберләшмә Киевты көс ҡулланыуҙан һаҡланырға саҡырҙы, сөнки был хәлде ҡатмарландырасаҡ ҡына.



Комментариев нет:

Отправить комментарий