пятница, 25 апреля 2014 г.

Израиль Фәләстин милли администрацияһы менән тыныслыҡ хаҡында һөйләшеүҙәрҙе туҡтатты.


Израиль властары Фәләстин милли администрацияһы менән тыныслыҡ хаҡында һөйләшеүҙәрҙе туҡтатты.
Был ҡарарҙы йәһүд дәүләтенең Именлек кабинеты ҡабул итте.
Бындай аҙымдың сәбәбе- ФАТХ һәм Хамас фәләстин төркөмдәренең килешеү төҙөүе; Хамасты Израилдә террористик төркөм рәүешендә ҡабул итәләр.

Израиль сәйәсмәндәренең һүҙҙәре буйынса, былай ҙа ҙур ауырлыҡ менән барған һөйләшеүҙәр туҡтатыласаҡ ҡына түгел (тыныслыҡ процесының срогы 29 апрелдә тамамлана), фәләстиндәргә ҡаршы өҫтәмә санкциялар пакеты ла индереләсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий