пятница, 25 апреля 2014 г.

Эверест: шерптар тауға күтәреләсәк.


Эвересҡа күтәрелеү сезоны юл күрһәтеүсе шерптарҙың һәләк булыуы арҡаһында өҙөлөү ҡурҡынысы алдында торһа ла, асылыр, моғайын.
Непал властары менән һөйләшеүҙәрҙән һуң, урындағы гидтар, ә уларһыҙ донъяның иң бейек түбәһенә күтәрелеү мөмкин түгел, альпинистарҙы оҙатып йөрөргә ризалашты. Үҙ сиратында хөкүмәт һәләк булғандарҙың ғаиләләренә компенсация түләргә һәм страховка күләмен ике тапҡырға- 15 мең долларға ҡәҙәр арттырырға вәғәҙә бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 18 апрелдә 16 кеше Эверестан төшкән ишелмә аҫтында ҡалып һәләк булды. Улар барыһы ла яңы сезон асылыр алдынан маршрутты әҙерләгән урындағы юл күрһәтеүселәр ине. Властар һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙән баш тартҡас, шерптар забастовка үткәреү менән янаны.
Был һуңғы йылдарҙағы иң ҙур фажиғә булды. 1953 йылда Эверест яуланғаны бирле, уға күтәрелгән 300 тирәһе кеше һәләк булды. Уларҙың күбеһе- юл күрһәтеүсе шерптар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий