суббота, 26 апреля 2014 г.

Мадрид: “Дон Кихот” автороның ҡәберен эҙләйҙәр.


Испанияла дүшәмбе көн тарихсылар һәм археологтар төркөмө“Дон Кихот” авторы, бөтә донъяға билдәле яҙыусы Мигель де Сервантестың ҡәберен эҙләй башлаясаҡ. Был хәл яҙыусының вафатына 4 быуат үткәс тиерлек була ( Сервантес 1616 йылда донъя ҡуйған).

Яҙыусының ҡәберен эҙләп табыу өсөн, ғалимдар георадар ҡулланырға уйлай. Сервантес Мадрид монастырҙарының береһендә ерләнгән. Биналар комплексы ҡат-ҡат реставрацияға дусар булған, шуға күрә Сервантестың ҡәбере юғалған.

“Уның танауы ҡыйшайыуы, бөкөрө булыуы, остеоартриттан яфаланыуы билдәле. Уның үҙенең һүҙҙәре буйынса, тештәре булмаған тиерлек. Һул ҡулы яраланыуы хаҡында ла әйтә алабыҙ.”


Ғалимдарҙың фекере буйынса, был тикшеренеүҙәр “Дон Кихот” авторының тышҡы ҡиәфәтен һәм үлеменең сәбәбен асыҡларға ярҙам итәсәк. Ул эштәрҙең хаҡы 100 мең евро самаһына барып баҫасаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий