понедельник, 28 апреля 2014 г.

Cлавянск ополчениеһы Европа хәрбиҙәрен үҙҙәренең активистарына алмаштырырға ниәтләй.


Славянск үҙоборона көстәре һаҡ аҫтына алынған Европа илдәре хәрбиҙәрен Украина властары ҡулға алған активистарға алмаштырырға әҙер. Тәүҙә баш күтәргән ҡаланан ҡулға алынған ОБСЕ күҙәтеүселәре хаҡында хәбәр килгәйне, әммә аҙаҡ ойошма үҙе асыҡлыҡ индерҙе: һүҙ уның миссияһы ағзалары хаҡында түгел, ә хәрби күҙәтеүселәр хаҡында бара.
Евгений Горбик, Славянск үҙоборона көстәре вәкиле:
“Юҡ, улар күҙәтеүселәр түгел.  Улар разведчиктар. Быны раҫлаусы беҙҙең мәғлүмәттәребеҙ бар. Документтары быны раҫлап тора.”
Һаҡ аҫтына алынған европалыарҙа һәм уларҙы оҙатып йөрөгән Украина хәрбиҙәрендә, ополчениеның раҫлауынса, блок–постар билдәләнгән Славянск картаһы, шулай уҡ патрондар һәм хәрби жетондар табылған.
Һаҡ аҫтындағыларҙы азат итеү өсөн, ОБСЕ вәкилдәре Украинаның көнсығышына йүнәлә. Ойошмалағы Рәсәйҙең даими вәкиле лә күҙәтеүселәрҙе һаҡ аҫтына алыу конфликтты йомшартыуға булышлыҡ итмәүен белдерҙе.
Украина премьер-министры вазифаһын башҡарған Арсений Яценюк шәмбе Ватиканда Рим папаһы менән осрашты. Понтифик Украина сәйәсмәненә ручка бүләк итте. “Уның ярҙамында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылыр,”-тип өмөтләнәм тине Франциск. Илдәге хәлдәрҙең ҡатмарланыуы арҡаһында, Яценюк, үҙенең Римға визитын өҙөп, Киевҡа ҡайтырға ҡарар итте.




Комментариев нет:

Отправить комментарий