понедельник, 28 апреля 2014 г.

Көньяҡ Корея: батҡан борам премьерҙың карьераһын да батырҙы.


Көньяҡ Корея премьер-министры Чон Хон Вон, “Севол”борамы һәләкәтенән һуң, властарҙың эшмәкәрлегенә ҡарата яуҙырылған тәнҡит уты арҡаһында, отставкаға китергә мәжбүр булды.
“Үҙ посымда ҡалыу администрацияға ауырлыҡ килтерер ине,”-тип аңлатты сәйәсмән матбуғат конференцияһында.
Чон Хон Вон борам һәләкәте ҡорбандарының туғандарына визитынан һуң тәнҡиткә дусар булды, сөнки ҡорбандарҙың туғандары бында ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашыуҙы күрмәне, уны сәйәси пиар рәүешендә ҡабул итте.
“Cевол” пассажирҙар борамы 16 апрелдә Көньяҡ Кореяның көньяҡ-көнбайыш яр буйҙарында һәләкәткә осраны. Һәләк булғандарҙың иҫәбе 200 тирәһе. 100-ҙән ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.
Властар судно экипажының 15-ен дә һаҡ аҫтына алды. Батып барған караптан пассажир рәүешендә беренсе булып тайған капитанды ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал.
Сеул мэрияһы алдындағы иҫкә алыу йолаһын атҡарыу өсөн ҡуйылған михрап янына меңләгән кеше килә. Кореялылар бында аҡ хризантемалар алып килә һәм теләктәре яҙылған һары ленталар ҡалдыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий