вторник, 29 апреля 2014 г.

Мысыр: “Мосолман туғандар”ҙың йөҙҙәрсә активисы үлем язаһына хөкөм ителде.


Мысыр суды “Мосолман туғандар” хәрәкәтенең рухи башлығы Мөхәммәт Бадианы һәм йәнә был ислам ассоциацияһы яҡлы 682 кешене үлем язаһына хөкөм итте. Ҡарар көньяҡтағы Әл-Минйә провинцияһы суд ултырышында яңғыраны. Бынан тыш элегерәк хөкөм ителгән 529 исламистың 37-һенә ҡарата сығарылған үлем язаһы ла раҫланды.  Ҡалғандары иһә ғүмерлеккә төрмәгә ябыласаҡ. Мысырҙа үлем язаһы хөкөмөн илдәге баш мөфти раҫларға тейеш. Исламистарҙы көс ҡулланыуҙарға саҡырыуҙарҙа һәм үлтерештәрҙә ғәйепләйҙәр.

“Яҡлау хоҡуғы инҡар ителде,-ти адвокаттарҙың береһе.-Ғәҙәттә, үлтерештәр тураһында һүҙ барғанда, суд бер нисә йыл дауам итә. Ә бында хөкөм ҡарарын тәүге ултырышта уҡ иғлан иттеләр.”


”Мосолман туғандар”ҙы йәберләүҙәр армия властан Мөхәммәт Мөрсиҙе алып ташлағас башланды. Һөҙөмтәлә сыуалыштарҙа йөҙҙәрсә мысырлы һәләк булды, ”Мосолман туғандар”-террористик ойошма, тип иғлан ителде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий