вторник, 29 апреля 2014 г.

АҠШ-тағы торнадо 18 кешенең ғүмерен өҙҙө.


Кәм тигәндә, 18 кеше- АҠШ-тағы торнадо ҡорбаны. Шуларҙың 18-е Арканзас штатында һәләк булған, йәнә икәүһе Оклахома һәм Айова штаттарында. Ҡойон ағастарҙы тамыры менән йолҡоп алған, нигеҙенә ҡәҙәр йорттарҙы һәм хатта тотош кварталдарҙы юҡ иткән, автомобилдәрҙе тәкмәстергән. Электр тапшырыу линияларын йолҡоп алған. Арканзас эргәһендәге Литл-Рок биҫтәһендә ҡойон тиҫтәләрсә саҡрымға һуҙылған бураҙна яһап киткән.
Мейфлауэр һәм Вилония ҡалаларынан да ҡорбандар хаҡында хәбәрҙәр килә. Ҡойондар хәүефе Небраска, Техас, Луизиана һәм Миссисипиҙың ҡайһы бер райондарына ла янай.
Ҡотҡарыусылар һәм волонтерҙар, иҫән ҡалғандарҙы эҙләп, хараббаларҙы тикшерә. Урындағы властар халыҡты һаҡ булырға, мөмкин ҡәҙәр нығытмаларҙан алыҫ китмәҫкә саҡыра.
“Ағастар тамырҙары менән йолҡондо. Беҙҙең мәгәрмәсле вагоныбыҙҙы йортҡа килтереп бәрҙе, бөтә тәҙрәләр ҡойолдо,”-тип һөйләй ғәрәсәтте кисергән әҙәм.
Ҡойон АҠШ-тың үҙәк һәм көньяҡ штаттарына уҙған йәкшәмбе- АҠШ-тағы иң ҡеүәтле штормдың өсөнсө йылында булды. Ул саҡта 122 ҡойон 316 кешенең ғүмерен ҡыйғайны.
АҠШ президенты Барак Обама стихиянан зыян күреүселәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты һәм дәүләттең йорттарҙы яңынан төҙөргә ярҙам итәсәге хаҡында белдерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий