вторник, 29 апреля 2014 г.

Ирак: парламент һайлауҙары- үҙгәрештәр юлы.


Багдад урамдары һайлау алды агитацияһы менән тулы.  Америка ғәскәрҙәре сығарылғаны бирле, ираклылар тәүге тапҡыр парламенттың яңы составын һайлай. Хәүеф-хәтәр арта барһа ла, блок-постар булһа ла, бөтә төп урамдарға исемдәре, коалициялары менән бергә буласаҡ кандидаттар урын алған плакаттар йәбештерелгән, әммә бик һирәктәрҙең генә программалары бар.
Күпселек ираклылар һайлауҙарға, ил етәкселеген алмаштырып, алған хәрәкәт итергә мөмкинлек биреүсе сара, тип ҡарайҙар:
-Был үҙгәрештәргә табан яҡшы аҙым. Беҙ халыҡты, һайлауҙарға барып, иң яҡшыларҙы, файҙалы эш күрһәтерҙәйҙәрҙе һайларға саҡырабыҙ.
-Ираклылар үҙгәрештәр теләй, шуға күрә мин һайлауҙарҙың ғәҙел һәм дөрөҫ үтеүен теләйем. Үҙгәрештәр ираклыларҙың өмөттәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
20,5 миллион Ирак кешеһе, һайлау участкаларына килеп, 2010 йылда һайланып, бик әҙ эш күрһәткән парламентты яңырта аласаҡ. Әйтергә кәрәк, хөкүмәт тә үҙ эшмәкәрлеге менән маҡтана алмай. Иҡтисад тулыһынса нефткә бәйле, эшһеҙлек кимәле, ҮРИ мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылда 16 проценттан артып киткән.
Сәйәси курстың үҙгәреүе, диндәр араһында ыҙғыштарҙың туҡтауы- беҙҙең хәбәрсебеҙ Багдад урамдарында әңгәмәләшкән кешеләрҙең теләктәре ошо.
“Иҡтисад, именлек, социаль өлкәләрҙә хәлдәрҙең яҡшырыуы- сәйәси тартҡылашыуҙар, именлек юҡлығы кеүек проблемалар ҡыҫымында йәшәгән Ирак граждандары бына шуға өмөт итә,”-тип һөйләй“Евроньюс” хәбәрсеһе Мөхәммәт Шәйхибраһим.


Комментариев нет:

Отправить комментарий