среда, 30 апреля 2014 г.

Рәсәй Көнбайыштың санкцияларына яуап бирәсәкме?


Рәсәй президенты Владимир Путин хөкүмәттең көнбайыш илдәренә яуап санкциялары индереү тәҡдимен хупламаны.

Ул, Юғары Евразия иҡтисад советы ултырышында сығыш яһап, бындай сараларҙы ҡулланырға теләмәүе хаҡында белдерҙе, ләкин Мәскәүгә ҡаршы яңы санкциялар индерелә ҡалһа, энергетиканы ла индереп, сит ил компанияларының Рәсәй иҡтисадының төп өлкәләрендә нисек эшләүҙәрен асыҡларға вәғәҙә итте.

Рәсәйҙең вице-премьеры Дмитрий Рогозин да яуап санкциялары мөмкинлеге хаҡында белдерҙе:

“Америкалағы “дуҫтарыбыҙҙы” киҫәтеп ҡуймаҡсыбыҙ: белдереүҙәргә- белдереүҙәр менән, ғәмәлгә ғәмәл менән яуап бирәсәкбеҙ. Улар “Халыҡ-ара йыһан станцияһына һәм ул программаларға теймәгеҙ,”-тиҙәр. Бик яҡшы, улайһа щулай эшләйек: әгәр Рәсәй иҡтисадының ракеталар төҙөлөшө потенциалына һөжүм итергә уйлайҙар икән, Халыҡ-ара йыһан карабына астронавтарын батут менән ебәрһендәр.”


Рогозиндың һүҙҙәре буйынса,  АҠШ санкциялары тәү сиратта Европаға йүнәлтелгән. Европа йыһан агенствоһы элемент базаһы Рәсәйҙә етештерелгән спутниктар төҙөй, һөҙөмтәлә уларҙың бер кемгә лә хәжәте булмаясаҡ. “Ысынында иһә, Рәсәй менән көрәш тигән булып, американлылар ғәмәлдә үҙҙәренең Европалағы конкуренты менән көрәшә,”-тип иҫәпләй Рәсәй вице-премьеры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий