суббота, 3 мая 2014 г.

Одессала өс көнлөк матәм иғлан ителде.


Йома көн 40-ҡа яҡын кеше һәләк булған һәм 200 тирәһе кеше тән йәрәхәттәре алған Одессала өс көнлөк матәм иғлан ителде. Ҡорбандарҙың күбеһе- Киев власы дошмандары, улар үҙҙәренә һөжүм иткән радикалдарҙан Профсоюздар йортона инеп ҡасҡан. Тегеләре иһә бинаға яндырғыс шыйыҡса һалынған шешәләр ырғытҡан һәм, шаһиттарҙың һүҙҙәре буйынса, янғын һүндереүселәрҙе бинаға үткәрмәгән. Ут һәм төтөн эсендә 30-ҙан ашыу кеше һәләк булған, тикшерелмәгән мәғлүмәттәр буйынса, араларында рәсәйлеләр ҙә булған. Бер нисә кеше тәҙрәнән һикереп һәләк булған.
Тәртипһеҙлектәр бер нисә йөҙ радикал һәм футбол фанаты Одесса урамдары буйлап марш менән үткәндән һуң башлана. Был әҙәмдәр Украинаны федералләштереү һәм рус теленә дәүләт теле статусы биреү хаҡында ҡултамғалар йыйыу барған Куликово яланындағы палаткалы ҡаласыҡты емерә һәм яндыра.
Одессала фажиғәле ваҡиғалар барғанда, Киев властары хәрби операция үткәргән Славянск ҡалаһында ла ополчение ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе туҡтатмай. Ҡала янындағы блок-постар тирәһендә атыштар ишетелә. Хәбәр итеүҙәренсә, үҙоборона көстәренең штабы утҡа тотолған, һөҙөмтәлә бер кеше һәләк булған, тиҫтәнән ашыуы яраланған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий