Афғанстан властары
илдең төньяҡ-көнсығышындағы Бадахшан провинцияһындағы ике ишелмә һөҙөмтәһендә,
кәм тигәндә, 300 кешенең һәләк булыуын рәсми рәүештә раҫланы. Хөкүмәт иҫән
ҡалғандарҙы эҙләүҙе туҡтатыуы тураһында иғлан итте. Әммә урындағы халыҡты был
ғына туҡтатыуы икеле- тәүлек буйы улар махсус техникаһыҙ, ҡул менән
тиерлек харабаларҙа ҡаҙынды. Был алыҫ
районға белгестәрҙе килтереү еңел түгел.
-Мин хөкүмәттән ишелмә
аҫтында ҡалған кешеләрҙе ҡаҙып сығарыуҙа ярҙам итеүен һорайым. Беҙ 10-15 кәүҙәне генә ҡаҙып алдыҡ, ә бит бөтә
ҡалған ауыл халҡы ишелмә аҫтында ҡалды,-ти бында эшләүселәрҙең береһе.
-Ғаиләмдең 7 ағзаһы
ишелмә аҫтында ҡалды, 4-5-е һәләк булды, ҡалғандары ғына иҫән ҡалды. Мин
яртылаш ҡына тере кеүекмен, нимә эшләй алам инде?
Афған властары фараз
итеүенсә, 2 меңдән ашыу кеше ишелмә ҡорбаны булған. Йөҙҙәрсә йорт емерелгән. Ә
иҫән ҡалғандар бөтә нәмәгә ҡытлыҡ кисерә- эсәр һыу ҙа, аҙыҡ-түлек тә, дарыуҙар
һәм палаткалар ҙа етешмәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий