понедельник, 5 мая 2014 г.

Италия. Марке регионында көслө ташҡындар.


Италия үҙәгендәге Марке регионы һыу аҫтында ҡалды- ҡойма ямғырҙар арҡаһында, Чезано йылғаһы ярҙарынан сыҡты һәм байтаҡ төйәктәрҙе һыу баҫты. Италияның Сенигаллия ҡалаһы урамдары үҙҙәре йылғаға әүерелде.
Көслө ташҡын, кәм тигәндә, ике кешенең ғүмерен өҙҙө, бер нисә кеше хәбәрһеҙ юғалды. Күптәр һыу баҫҡан урындарҙан үҙҙәре китергә тырыша, әммә властар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа, ҡотҡарыусыларҙы көтөргә өндәй.
“Күршелә йәшәгән, инде 80-де үткән ҡарттар ҙа бындай хәлде хәтерләмәй. Хатта һөйләгәндәрен дә (ташҡындар хаҡында) ишеткәндәре юҡ,”-тип һөйләй ошо ерҙә йәшәүсе Марко России.

Метеорологтарҙың мәғлүмәттәре буйынса, ямғырҙар йәнә бер нисә көн яуасаҡ әле. Эвакуацияланған халыҡты хәүефһеҙ урындарға, мәктәптәргә, спорт үҙәктәренә урынлаштыралар. Уларға ярҙамға вертолеттар һәм махсус техника менән ҡотҡарыусылар командалары ебәрелә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий