вторник, 27 мая 2014 г.

“Рәсәй-1”күҙәтеү яһаусыһы: “Украиналағы һайлауҙар- ярты йыл барған хаостан һуң, тәүге легитим процесс.”


 Рәсәй Украиналағы президент һайлауҙарын ентекләп күҙәтеп барҙы. Инде хәҙер еңеүсе билдәле булғас, һорау тыуа: артабан нимә булыр? Ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәр ниндәй буласаҡ, әлеге көрсөктө йырып сығып булырмы? Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Рәсәй-1 телеканалы журналисы Евгений Попов.

euronews:
-Хәйерле көн, Евгений. Украиналағы хәлдәр һеҙгә яҡшы таныш. Рәсәйлеләрҙең һайлауҙар менән бәйле кәйефтәре ниндәй һәм Рәсәй яңы башлыҡ һайлаған ил менән сәйәсәтен нисек ҡорорға ниәтләй?

Евгений Попов, “Рәсәй 1”: 
-Уйлауымса, күптәр Рәсәйҙә, йәкшәмбеләге һайлауҙарҙан һуң, еңелерәк тын алып ҡалғандыр. Һайлау һөҙөмтәләрен күптәр таныны, сөнки хоҡуҡи нигеҙе булған был тәүге ваҡиға, ярты йыл барған хаостан һуң, тәүге легитим процесс. Мәскәү һәм Киевтың артабанғы мөнсәбәттәренә килгәндә, бында барыһы ла үҙ позицияларында ҡаласаҡ, Рәсәй бит үҙ талаптары тураһында күптән әйтә килә.

euronews:
 -Украина граждандарының 1 проценттан кәмерәге Дмитрий Ярош өсөн тауыш бирҙе. Мәскәү Киевты фашистарҙы һәм экстремистарҙы яҡлауҙа ғәйепләне. Рәсәй  хәҙер үҙ риторикаһын үҙгәртерме?

 Евгений Попов, “Рәсәй 1”:
-Ысынлап та, “Уң сектор” кандидаты Дмитирий Ярош өсөн һайлаусыларҙың 0,68 проценты тауыш бирҙе, тик беҙ Порошенко артынан барыусыларҙы ҡарайыҡ әле. Порошенко артынан Тимошенко килә, тап ул һүҙ араһында Мәскәүгә атом бомбаһы ташларға саҡырҙы, уның артынан килеүсе, минең ҡарамаҡҡа- фашист, Олег Ляшко көнсығыштағы операцияларға шәхсән үҙе командалыҡ итә. Шул рәүешле милләтселәрҙең, үтә милләтселәрҙең, фашист милләтселәрҙең тауыштарын бергә йыйһаҡ, 30 проценттан саҡ ҡына күберәк килеп сыға.

euronews:
–Порошенко әфәнде тәүге белдереүҙәрендә шул турала әйтте: “Рәсәй менән йыйылып киткән мәсьәләләрҙе хәл итеү” һәм “Ҡырымдың Рәсәй составында булыуын һис ҡасан танымау.” Был һүҙҙәрҙе Мәскәү нисек ҡабул итте?

Евгений Попов, “Рәсәй 1”:
- Билдәле булыуынса, әлегә рәсми яуап юҡ. Әммә Владимир Путиндың Петербургтағы форумда әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрһәк, яңы Украина власы менән Рәсәй һөйләшәсәк, килешергә тырышасаҡ. Петр Порошенконың хәҙер ниндәй позицияла тороуын аңларға кәрәк. Ул көньяҡ-көнсығыштағы баш күтәреүҙе көс менән баҫтырыу яғында, өҫтәүенә уға Вашингтонға ла, Украинаның көнбайышына ла ярарға кәрәк. Уға хәҙер көньяҡ-көнсығыш менән һөйләшеү, килешеү мөһим, үҙенең эшлекле булыуын раҫлау мөһим.


euronews:
 –Яуаптарығыҙ өсөн, ҙур рәхмәт, Евгений. Хуш булығыҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий