вторник, 27 мая 2014 г.

Ярош һәм Тягнибок икәүһенә 2% тауыш та йыйманы.


Украиналағы һайлау һөҙөмтәләре милләтсе кандидаттарҙың абруйы түбән булыуын күрһәтте. “Уң сектор” башлығы Дмитрий Ярош (0,68%) һәм “Азатлыҡ” фирҡәһе башлығы Олег Тягнибок (1,3%) һайлаусыларҙың 1% тирәһе тауышын йыйҙы.
Украинаның Беренсе милли каналы башлығы Александр Пантелеймоновты туҡмап билдәлелек яулаған “Азатлыҡ” депутаты Игорь Мирошниченко фирҡәһенең яуызлыҡ менән даны сығыуға “Кремль пропагандаһын” ғәйепләй.
Игорь Мирошниченко, Юғары Рада депутаты:
“Путиндың йәнә нимә уйлап табырын белмәйем. Рустарҙы ҡурҡытыу өсөн, ул тағы берәй нәмә соҡоп сығарыуы ихтимал.”
Политологтар фекеренсә, украиндар тетрәндергес ваҡиғаларҙан туйған, шуға күрә сиктән уҙмаған сәйәсмәндәргә тауыштарын бирергә тырыша.
Евгений Магда, политолог:
 “Украиндар радикаль саҡырыуҙарға ҡарағанда тотороҡлолоҡҡа әйҙәүселәргә йөҙ тота. “Азатлыҡ” фирҡәһе үҙ идеология доктринаһында ҡайнай һәм шунан ситкә сыға алмай. Уларҙы хуплау рейтингы сәйәси йоғонто яһай алыу кимәлдәрен күрһәтеп тора.”
Әйтергә кәрәк, уҙған парламент һайлауҙарында “Азатлыҡ” милләтселәре, 10 проценттан ашыу тауыш йыйып, 37 депутаттан торған фракция төҙөгәйне. Януковичты ҡолатҡандан һуң, улар хөкүмәттә һәм генпрокуратурала постар алды, ә “Уң сектор”башлығы Ярошҡа Милли именлек һәм оборона советы башлығы посын тәҡдим иткәйнеләр.
Киев халҡы һөйләй:
“Азатлыҡ” фирҡәһен Украинаның көнбайышында һәм үҙәгендә хөрмәт итәләр. Уларҙың кандидатына тауыш бирмәүебеҙ рейтингыларының түбән булыуы өсөн түгел, илдәге татыулыҡ өсөн рациональ рәүештә Порошенконы һайларға булдыҡ.”
Дмитрий Ярош еңелеүен таныны һәм “көнсығышыҡа һуғышырға” китәсәге хаҡында белдерҙе. Ә Олег Тягнибоктың һайлау алды штабында тауыштарҙы параллель рәүештә иҫәпләүгә тотонасаҡтарын белдерҙеләр. Әйтергә кәрәк, һәр һайлауҙан һуң “Азатлыҡ” фирҡәһе шундай эш менән мәшғүл.



Комментариев нет:

Отправить комментарий