понедельник, 26 мая 2014 г.

Журналистар- Украиналағы ҡораллы бәрелеш ҡорбандары.


Украинала президент һайлауҙары көнөндә Славянск ҡалаһы янында, ян-яҡтан утҡа тотолған урында ҡалып, итальян журналисы Андреа Роккелли һәм уның тәржемәсеһе, Рәсәйҙең “Мемориал” хеҙмәткәре Андрей Миронов һәләк булған.

30 йәшлек фотогораф, Cesura агенствоһына нигеҙ һалыусы  Андреа Роккелли журналист-стрингер булараҡ билдәле һәм уның төп шөғөлө- “ҡыҙыу нөктәләр”ҙән репортаждар ине.
Хоҡуҡ һаҡлаусы, Советтарҙың сәйәси тотҡоно булған Андрей Николаевич Миронов Чечняла эшләне, “Мемориал” үҙәк менән хеҙмәттәшлек итте. Уға 60 йәш ине.

Славянск янындағы Андреевка ауылында миномет уты аҫтында ҡалған журналистар төркөмөнән “Восток-пресс” агенствоһының йәш француз журналисы Вильям Роглон да йәрәхәт алды-  аяғы яраланды. 
/Стрингер – ирекле журналист/

Комментариев нет:

Отправить комментарий