понедельник, 26 мая 2014 г.

Марин Ле Пен: “ЕС-тың ҡоторған машинаһын туҡтатыу.”


“Брюсселгә-юҡ, Францияға-эйе”- Марин Ле Пендың һайлау алды лозунгыһы, ул уға “Милли фронт”тың электоратын мобилизацияларға мөмкинлек бирҙе. “Милли фронт”тың Европа парламентындағы маҡсаты- Европа берләшмәһенең “ҡоторған машинаһы”ҡарарҙарына юлды ябыусы әҙселекте алыу. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн, “Милли фронт”лидеры Голландия һәм Австрия евроскептиктары менән дә альянсҡа инде.

Һайлауҙарға бер нисә көн ҡалғас, Марин ле Пен тәү сираттағы бурыстарҙы шулай тасуирланы:

“Евроскептиктарҙың бурысы- ҡоторған машинаға әйләнгән Евросоюзды туҡтатыу.  Был  иһә шуны аңлата: бөтә суверенлы хоҡуҡтарҙы тапшырыуға юлды ябыу, Европа союзы талап иткән бөтә сикләүҙәрҙән, уның сиктәрен артабан киңәйтеүҙән баш тартыу.”


45 йәшлек адвокат Францияла мартта үткән муниципаль һайлауҙарҙа “Милли фронтҡа” уңыш алып килде. Төп маҡсатҡа табан юлда –Францияның Европа берләшмәһенән сығыу юлында  быны ул мөһим этап тип иҫәпләй.

2011 йылда Марин фирҡә башында торған атаһын алмаштырҙы.  Шунан алып, расистарға һәм антисемиттарға хас хәбәрҙәрҙән тыйылып, шул уҡ ваҡытта Жан Мари ле Пен эшен дауам итеп, ул “Милли фронт”тың һайлау базаһын киңәйтә алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий