вторник, 13 мая 2014 г.

Италия легаль булмаған мигранттарҙы ҡотҡара, ЕС-ты проблеманы бергәләп хәл итергә саҡыра.


Италияның Лампедуза утрауы ярҙары буйында иммигранттар тейәлгән карап һәләкәткә осраған. Был инде һуңғы көндәрҙә булған икенсе фажиғә. Хәбәр итеүҙәренсә, кәм тигәндә, 10 ҡасаҡ һәләк булған, борттағы 400 кешенең 240-ы ғына иҫән ҡалған.
Ҡотҡарыу операцияһы дауам итә, фажиғә урынына Италияның “Маре нострум” гуманитар миссияһы караптары килде.
Лампедуза утрауы- Европаның Африкаға иң яҡын территорияһы- Ливия, Сомали, Эритрея, Сүрия, Пакистандан бында эләгергә тырышҡан легаль булмаған иммигранттарҙы даими рәүештә ҡабул итә, ҡотҡара. Италия властары ЕС-ты легаль булмаған мигранттар мәсьәләһен кисекмәҫтән бергәләп хәл итергә саҡыра, сөнки күп ҡасаҡтар Италияны башҡа илдәргә юлланыу юлындағы төбәк, тип кенә ҡарай.

Элегерәк хәбәр ителеүенсә, уҙған аҙнала Триполи ҡалаһынан алыҫ түгел Урта диңгеҙҙә, кәм тигәндә, 40 легаль булмаған иммигрант һәләк булған. 50 ҡасаҡты яр буйы һағы ҡотҡарған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий