вторник, 13 мая 2014 г.

Греция: көрсөк яңы сәйәсмәндәргә юл яра.


 Грециялағы көрсөк илдең сәйәси аренаһына яңы фигураларҙы сығарҙы. Байтаҡ йәш сәйәсмәндәр муниципаль һәм Европа һайлауҙарында тормош ауырлығынан йонсоған ватандаштарының тауыштары өсөн көрәшергә ниәтләй. Консерватив “Яңы демократия” һәм социалистарҙың ПАСОК кеүек традицион фирҡәләрҙең эшмкәрлегенән риза булмаған гректар иғтибарын яңы фирҡәләргә йүнәлтә. Һуңғы һорашыҙар күрһәтеүенсә, илдәге сәйәси көстәрҙең береһе лә 25 проценттан күберәк тауыш  йыя алмай.
“Грецияла халыҡ үҙгәрештәр көтә,-ти бер нисә аҙна эсендә популярлыҡ рейтингыһында өсөнсө урынға сыҡҡан  “Потами” фирҡәһе лидеры.-Әгәр һеҙ халыҡ фекерен һорашыу мәғлүмәттәренә ҡараһығыҙ, “Яңы демократия” ла, “Сириза,” ғөмүмән, бер кем дә беҙҙе уҙып китә алмауын күрерһегеҙ. Халыҡтың 40 проценты бер кем өсөн дә тауыш бирергә йыйынмай, шуға күрә “Потами” фирҡәһенең популяр була барыуы ғәжәп түгел.”
Яңы сәйәсмәндәрҙең тәжрибәһе юҡ, ғәҙәттә уларҙың сәйәси ҡараштары томанлы. Йыш ҡына улар популистик риторика иҫәбенә уңыш яулай. Брюссель адресына тәнҡит яуҙырһалар ҙа,  берҙәм Европаға ышанысты тергеҙергә вәғәҙә итәләр:
“Евроберләшмә һәммәһенә лә алға китеш тәьмин итеүсе система тигән фекер юғалды. Европа бөгөн ышанысты ҡаҡшатыусы булараҡ ҡабул ителә. Бындай тәьҫоратты нисек үҙгәртергә тигән мәсьәлә килеп тыуа. Берҙән-бер сара- быларға икенсе күҙлектән ҡарау.”
Илдәге күп халыҡтың фекере буйынса, Евроберләшмә Грецияға реформалар үткәреү барышындағы тәжрибә ҡуяны итеп ҡарай, әммә барыбер күпселек еврозонанан баш тартмай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий