четверг, 15 мая 2014 г.

Төркиә. Ҡотҡарыусылар иҫән ҡалғандарҙы эҙләй.


Төркиәләге Маниса провинцияһы Сома ҡалаһындағы күмер шахтаһы ҡорбандары 245-кә етте- республиканың энергетика министрлығы шундай мәғлүмәттәр бирҙе. 100-ҙән ашыу кеше һаман да ер аҫтында.
Шишәмбе 2 километр тәрәнлектә шартлау булған һәм тау тоҡомдары емерелгән. Сәбәбе, тәүге мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҫҡа замыканиела, тап шул шартлауға, янғын башланыуға һәм төтөн таралыуға сәбәпсе булған.
Һәләкәт алдынан ер аҫтында 787 кеше эшләгән. 360 кешене ҡотҡара алғандар, 80-е, тән йәрәхәттәре алып һәм һөрөмгә тонсоғоп, хәстәханаға эләккән. Ҡотҡарыу эштәре туҡталмай, әммә минут һайын иҫән ҡалғандарҙы табыу өмөтө кәмей. Забойҙа электр юҡ, лифт эшләмәй, яҡтылыҡ юҡ. Ҡотҡарыусылар емереклектәр аша кешеләр янына үтеп инергә тырыша.
Манис провинцияһы Сома районы генпрокуратураһы был хәл буйынса тикшереү башланы.
Төркиәлә өс көнлөк милли матәм иғлан ителде.
Фажиғә урынына, ҡотҡарыу операцияһы барышын тикшереү һәм шахтер ғаиләләре менән осрашыу өсөн, хөкүмәт ағзалары оҙатыуында Төркиә премьер-министры  Рәжәп Тайип Эрдоган килде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий