четверг, 15 мая 2014 г.

Вьетнам эшселәре Ҡытай фабрикаларын тар-мар итә.


Вьетнамдың көньяғындағы Ҡытайға ҡаршы акциялар сит ил инвесторҙары милке булған сәнәғәт предприятиеларын тар-мар итеүгә әйләнеп китте. Меңдәрсә Вьетнам эшсеһе Ҡытай, Көньяҡ Корея, Япония һәм Тайвань инвестиция капиталы ярҙамында төҙөлгән фабрикаларҙы ҡыйратты һәм яндырҙы.
Вьетнам демонстранттары ҠХР-ҙың Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге бәхәсле Парасель утрауҙары районы акваторияһына дәғүәне көсәйтеүенә асыуҙарын белдерә. Бында Пекин углеводород сығанаҡтарын эҙләй башлағайны.
Пекин Ханойҙан  ҠХР-ҙың Вьетнамдағы ойошмалары һәм граждандарының именлеген тәьмин итеүҙе талап итте.
Кем бында ҡорбан һәм кем бында провокатор? Хәлдәрҙең тиҙ арала насарайыуын кем теләй? Кем конфликттың көсәйеүен көҫәй? Минең уйымса, был һорауҙарға яуапты оҙаҡ эҙләү кәрәкмәй. Провокатор ролен Вьетнам уйнауын инҡар итеү ауыр булыр, тип уйлайым,”-тип белдерҙе Ҡытай сит ил эштәре министрлығы вәкиле.
Ҡытай Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге быраулау платформаһын беренсе майҙа урынлаштырғайны. Пекин август уртаһына ҡәҙәр Ханой һәм Пекин үҙенеке тип иҫәпләгән Парасель утрауҙары акваторияһында нефть һәм газ эҙләйәсәге тураһында белдерҙе. Ошо көндәрҙә платформа районында Ҡытай һәм Вьетнам патруль караптары араһында ҡораллы бәрелеш булды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий