суббота, 17 мая 2014 г.

Австрия, Босния, Сербия һәм Словакия стихияға ҡаршы көрәшә.


Австрия, Босния, Сербия һәм Словакия ҡойма ямғырҙарҙан һуң барлыҡҡа килгән көслө ташҡындарҙан ыҙа сигә. Кәм тигәндә, 3 кеше һәләк булған Боснияла бындай хәлде 1894 йылдан бирле күргәндәре юҡ. Зыян күргәндәрҙе кәмәләрҙә эвакуациялайҙар, әммә йыш ҡына ҡотҡарыусыларға вертолеттарҙы файҙаланырға ла тура килә. Йөҙҙәрсә кеше йорттарын ташлап китергә мәжбүр. Һыу бер нисә ҡаланы донъянан айырҙы. Халыҡҡа ярҙам ойоштороу өсөн, хәрбиҙәрҙе йәлеп иттеләр.
Ташҡан Босна йылғаһы биналарҙың нигеҙен ашай. Сараевонан алыҫ түгел ауылда бер йорт бер нисә секунд эсендә емерелеп төштө.
Сербиялағы ташҡын- 120 йыл эсендәге иң көслөһө. 5 кеше тәбиғәт ҡазаһы ҡорбаны булды. 6 меңдән ашыуы эвакуацияланды. Зыян күреүселәр һөйләй:
“Булған бар нәмәбеҙ һыу аҫтында ҡалды. Бөтә нәмә юҡҡа сыҡты. Йорт эсендә- һыу.”
“Һәләкәт был. Йорт йыһаздары юҡ, ятып йоҡлар урын юҡ. Барыһы ла юҡҡа сыҡты.”
Ҡойма ямғырҙар һаман дауам иткән Түбәнге Австрия федераль ерендә хәлдәр көсөргәнешле. 50 сантиметрҙан артмаған Пилах йылғаһының кимәле биш тапҡырға күтәрелгән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий