АҠШ властары Ҡытайҙың 5 хәрби чиновнигын хакер һөжүме
ярҙамында иҡтисади шпионажда һәм конфиденциаль коммерция мәғлүмәттәрен урлауҙа
ғәйепләне. Был хаҡта илдең генпрокуроры Эрик Холдер хәбәр итте. Уның һүҙҙәре
буйынса, хакерҙар эшмәкәрлегенән Американың 6 компанияһы һәм бер профсоюз
ойошмаһы зыян күргән. АҠШ тәүге тапҡыр шулай сит дәүләттең рәсми кешеләрен
хакерлыҡта ғәйепләй.
“Ҡытай хәрбиҙәренең иҡтисади шпионажы хаҡында һүҙ
бара,-тип белдерҙе Холдер.-Урланған конфиденциаль коммерция һәм башҡа
мәғлүмәттәрҙең күләме ҙур һәм беҙҙән ҡәтғи яуап биреүҙе талап итә. Беҙ шуны
әйтергә тейеш: етте. Беҙҙең администрация Америка компанияларының эшмәкәрлеген
һәм ирекле баҙарға хас булған ғәҙел конкуренцияның бөтөнлөгөн законһыҙ рәүештә ҡаҡшатырға
бер дәүләткә лә юл ҡуймаясаҡ.”
Америка яғының раҫлауынса,
US Steel Corp, Alcoa һәм башҡалар- шпионаж ҡорбандары. Хакерҙар АҠШ-тың ядро
секторы, металлургия сәнәғәте һәм ҡояш энергияһын файҙаланыу кеүек мәғлүмәттәрҙе
алырға тырышҡан, тип баралар.
Пекин был ғәйепләүҙәрҙән баш тарта.
Комментариев нет:
Отправить комментарий