среда, 21 мая 2014 г.

Мәскәү – Пекин: альтернативаһыҙ альянс.


Рәсәй һәм Ҡытайҙы йәнә дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Владимир Путин Шанхайға ҠХР рәйесе Си Цзиньпин менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн килде. Күҙмә-күҙ һөйләшеүҙәр ҙә, күмәк әңгәмәләр ҙә булды, был сәфәр ваҡытында 40-тан ашыу документҡа ҡул ҡуйылды. Ҡайһы бер ҡағыҙҙар аҫтында Рәсәйҙең иң ҙур  корпорациялары, шул иҫәптән Көнбайыш санкциялар индергән корпорациялары топ-менеджерҙарының имзаһы торасаҡ.

Рәсәй һәм Ҡытай шулай уҡ Мәскәүҙе борсоған ҡайһы бер темалар буйынса уртаҡ белдереүҙәр яһаны.  Айырым алғанда, Украина көрсөгө (текста илдәрҙең эске эштәренә сит хөкүмәттәрҙең ҡыҫылыуы ярамаған эш булыуы тураһында әйтелә), шулай уҡ Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында фашизмды еңеүгә мөнәсәбәт хаҡында (был байрамды бергә үткәреү күҙ уңында тотола).

Андрей Белькевич, “Евроньюс”: Владимир Путиндың Ҡытайға әлеге визиты- быйылға планлаштырылғандарҙың тәүгеһе. Һуңғы сирек быуат эсендә бығаса күрелмәгәнсә Европа һәм АҠШ менән аралар һыуынғанда, Мәскәү Пекин менән үҙенә күрә Көнбайышҡа ҡаршы альянс төҙөргә йыйыныуын күрһәтә. Килеп сығырмы икән? Был турала политолог, Россия в глобальной политике журналының баш редакторы Федор Лукьянов менән әңгәмәләшәбеҙ. Федор, Мәскәүҙең шанстары ниндәй?

Федор Лукьянов, “Россия в глобальной политике” журналының баш редакторы: Хәбәрҙе шунан башларға кәрәк: “Көнбайышҡа ҡаршы альянс”хаҡында һүҙ алып барыусы юҡ. Мәскәүҙә лә, Пекинда ла был турала һөйләмәйҙәр. Киреһенсә, яҡыныраҡ мөнәсәбәттәрҙең яңы фазаһы Көнбайышҡа ҡаршы йүнәлтелмәүе, ғөмүмән Көнбайышҡа мөнәсәбәте булмауы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ул Азия-Тымыҡ океан регионында ҙур роль уйнаған ике ил көстәрен генә берләштерә. Мин, ысынлап та, Көнбайышҡа ҡаршы тороу бында төп нәмә түгел, тип уйлайым. Айырыуса Ҡытай рәсми рәүештә Мәскәү һәм АҠШ бәйләнештәренә тығылырға теләмәй. Бында Мәскәүҙең үҫә барыусы Азияға йөҙ менән боролоуы мөһим...Был турала байтаҡтан бирле һүҙ йөрөй, тик хәҙер генә, үҙгәрә барған конъюнктура йоғонтоһонда ғына ул тормошҡа аша башланы. Был дөрөҫ кенә түгел, бында альтернатива юҡ.

“Евроньюс”: Йәғни, һеҙҙең фекер буйынса, хатта Мәскәүҙә лә Ҡытайға йөҙ тотоуҙа “Көнбайышҡа ҡаршы” мотивтар юҡмы?

Федор Лукьянов: Минең уйымса, Көнбайышҡа ҡаршы мотивтар юҡ. Көнбайышҡа ҡаршы сәбәптәр бар. Рәсәй һәм Ҡушма Штаттар араһындағы мөнәсәбәттәр, ҡайһы бер комментаторҙар уны икенсе “һалҡын һуғыш”, тип баһалай, ябайҙан түгел.  Ҡушма Штаттар аныҡ рәүештә Рәсәйгә йоғонто яһау өсөн мөмкинлектәре булыуын демонстрациялай, был бигерәк тә иҡтисад өлкәһенә ҡағыла. Уның маҡсаты- Рәсәйҙе глобаль, кәм тигәндә, Көнбайыштың глобаль финанс-иҡтисади баҙарҙарынан айырыу...Был хәлдә Рәсәйгә альтернатива эҙләүҙән башҡа сара юҡ.

“Евроньюс”: Кремль планлаштырған альянс мезальянсҡа әйләнмәҫме һуң?  Был союзда Рәсәй ҡусты һәм үҙе тәҡдим иткән союзда көсһөҙ партнер булып ҡалмаҫмы?

Федор Лукьянов: Ҡытай Тымыҡ океанда АҠШ-тың арта барған баҫымын тоя. Әлбиттә, ул үҙенең позицияларын Рәсәй кеүек ҙур ил альянсы менән нығытырға теләй. Мезальянсҡа килгәндә инде, иҡтисади йәһәттән Рәсәй Ҡытайҙан ҡалыша, бойондороҡло булып ҡалмаҫ өсөн, бында бик һаҡ булырға кәрәк.  Минең уйымса, Рәсәй, Көнбайыш йүнәлешендәге һымаҡ,  иҡтисади йомшаҡлыҡты сәйәси активлыҡ һәм юғарыраҡ сәйәси статусы иҫәбенә компенсациялай ала. Был йәһәттән Ҡытай Рәсәй кимәленә әлегә етә алмай. Бынан тыш мин шуға ышанам: Рәсәй Азиялағы контакттарын диверсификациялауға бөтә көсөн һаласаҡ.

“Евроньюс”: Евросоюз һәм АҠШ Мәскәү һәм Пекиндың яҡынайыуына ҡамасауламаҫмы?

Федор Лукьянов: Минеңсә, улар ҡамасаулай алмаясаҡ. Ғөмүмән, ни өсөн улар ҡамасауларға тейеш әле? Күптән йәнәш аралашып йәшәгән ике ҙур дәүләттең яҡынайыуына ни өсөн улар ҡамасауларға тейеш әле. Ә бына АҠШ һәм Европа был яҡынайыуҙы стимуллаштырмауҙары, йәғни, Рәсәйҙе Ҡытай яғына махсус рәүештә этәреүсе сәйәсәттән баш тартыуҙары бик мөмкин.




Комментариев нет:

Отправить комментарий