Рәсәй һәм Ҡытай газ
менән тәьмин итеүгә килешеү төҙөнө. 30
йылға тәғәйенләнгән килешеүҙең хаҡы- 400 миллиард доллар. “Газпром” һәм ҡытайҙарҙың CNPC компанияһы
араһындағы контрактҡа ҡул ҡуйғанда, Ҡытайға рәсми визит менән килгән РФ
президенты Владимир Путин һәм ҠХР рәйесе Си Цзиньпин да булды. Уны Владимир Путин СССР осорондағы һәм Рәсәйҙәге газ өлкәһендәге иң ҙур килешеү, тип атаны.
“Газпром”да яғыулыҡтың
хаҡын йәшереп тоталар, был мәғлүмәтте “коммерция сере,”тиҙәр. Әммә, хәбәр итеүҙәренсә, ул нефть һәм нефть продукттарының баҙар
хаҡтарына бәйләнгән. Көнсығыш маршруты буйынса Ҡытайға Рәсәй газы 4-6 йылдан
оҙатыла башлаясаҡ.
Ҡытай менән контрактҡа
ҡул ҡуйыу хаҡында хәбәрҙәрҙән һуң, “Газпром” акциялары 2 процентҡа күтәрелде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий